Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин төбәк биләмәһендә “Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу хаҡында һөйләне. Һүҙ бында 100-ҙән 500-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа кәрәҙле элемтә сигналы һәм мобиль интернет менән ҡаплаясаҡ база станцияларын урынлаштырыу хаҡында бара. Башҡортостанда дөйөм исемлеккә 1 600 самаһы ауыл ингән. Был Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында иң күбе. 2023 йылдың июнендә 125 тораҡ пунктта тәүге база станциялары асыла. Элемтә системалары GSM һәм 4G форматында эшләйәсәк. Иң күп элемтә системалары Белорет, Ҡалтасы, Шаран, Асҡын, Ҡариҙел райондарының төпкөл ауылдарында монтажланған. Йыл аҙағына тиклем төбәктә тағы 117 элемтә нөктәһен тоташтырыу күҙаллана. Әле проект-эҙләнеү һәм төҙөлөш-монтажлау эштәре алып барыла. Был программа Урал аръяғы муниципалитеттарында, ҡатмарлы рельефлы райондарҙа айырыуса ҙур ихтыяж менән файҙалана. Ради