31 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республиканың медицина ойошмаларында диагностика ҡорамалдары эшенең һөҙөмтәлелеге тикшерелде. Дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа бөтәһе 934 берәмек ошондай техника эшләй. Улар иҫәбендә – 565 рентген-аппарат, 138 флюорограф, 109 маммограф, 76 компьютер томографы. 2019 йылдың башынан Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 161 берәмек “ауыр” ҡорамал һатып алынған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, эш һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу өсөн техниканың тәьмин ителешен Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһында (РМИАС) сағылдыралар. Был мәғлүмәттәрҙе республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Хәл һәм проект ҡарарҙар үҙәге белгестәре ҡуллана. Улар пациенттарҙы маршрутизациялау тураһында оператив ҡарарҙар ҡабул итә, был диагностикаға сиратты кәметә, медтехниканың тик тороуына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә. – Ашығыс килгән пациенттар тикшереүҙе бер көн эсендә үтә, ә планға ярашлы – 14 көн дауамында, – тине Айрат Рәхмәтуллин. – Был һәйбәт ваҡыт. Әлегә тиклем кешеләр ярты йыл буйына көтә ине, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Министр хәбәр итеүенсә, 2017 йылдан төбәктә дистанцияла телемедицина консультациялары үҫешә. Бының өсөн РМИАС-та “Станционар консультациялар үҙәге” һанлы платформаһы эшләй башланы. Был ресурсты, атап әйткәндә, урындарҙа юғары кимәлдәге табиптарҙың фекерен белеү өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункттары белгестәре файҙалана. Бынан тыш, министрлыҡ Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында берҙәм нур диагностикаһы үҙәген булдырыу буйынса эш алып бара. Доклад йомғаҡтары буйынса төбәк етәксеһе Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы уҙғарған медицина ойошмаларына күсмә тикшереүҙәр мәғлүмәттәрен тапшырырға ҡушты. Һүҙ төрлө сәбәптәр, шул иҫәптән биналарҙы ремонтлау һәм “ауыр” техникаға запчастар һатып алыу кәрәклеге сәбәпле ҡорамалдарҙың эшләмәй тороуы хаҡында бара. Радий Хәбиров бындай медицина ҡорамалдарын файҙаланыуҙы тиҙләтергә ҡушты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.