Йәйге Сурдлимпия уйындарындағы Рәсәйҙең бадминтон буйынса йыйылма командаһы капитаны Артемий Карпов үҙе тураһында һөйләне. - Новочерскаскиҙа тыуҙым, Чебоксарҙа уҡыным, - тип башланы һүҙен Артемий Карпов. – Ишетмәүселәр өсөн махсуслашҡан мәктәпкә тренер Надежда Сергеевна Тонина килде һәм бадминтон буйынса беренсе төркөмдө йыйҙы. Ул ваҡытта бәләкәй инем. Һуңғараҡ йөрөй башланым. Еңел атлетика, футбол, волейбол менән шөғөлләндем. Физкультура буйынса беренсе уҡытыусым Александр Савельевич Петров Тонанинала шөғөлләнергә тәҡдим итте. Мин килдем, ракетканы алдым һәм башҡаһы кәрәкмәй ине инде. Артемий Карпов Өфөләге уйындар тураһындағы тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты. “Беҙҙең команда призлы урындар яулай. Башҡа илдәр ҡунаҡтарына Рәсәй спортсылары менән уйнау – яҡшы тәжрибә. Был – спортсылар өсөн ҙур байрам. Өфөлә ойошторолған уйындар яҡшы тәьҫорат ҡалдырҙы. Дүрт Сурдлимпиадала ҡатнаштым”, - тип белдерҙе спортсы. Фото: республиканың Спорт министрлығы.