Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дуҫын ҡотҡарам тип, үҙе лә һәләк булған

30 июлдә төндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Нефтекамалағы Ҡарман һыуһаҡлағысында ике ир һәләк булғаны тураһында хәбәр итәләр. Ведомство хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, 2003 йылғы өс йәш кеше төндә Ҡарман һыуһаҡлағысында резина кәмәлә йөҙгән, бер мәл уларҙың береһе ишкәккә абынып һыуға ҡолаған, йөҙә белмәгән. Икенсеһе иптәшен ҡотҡарырға тырышып, уның артынан һыуға төшкән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөҙөп сыға алмаған, икеһе лә батып үлгән. Өсөнсө кеше – кәмә хужаһы ярға кәмәһендә сыҡҡан. Ваҡиға урынын тикшереү, шаһиттарҙан һорау алыу үткәрелгән. Егеттәрҙе водолаздар эҙләй. Оператив-тикшереү саралары үткәрелә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә Башҡортостанда һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урындарҙа ун бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән, шулай уҡ кәмә һәм катерҙар ҡатнашлығында биш авария булған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, махсус йыһазландырылған пляждарҙа һыу инеү хәүефһеҙ. Уларҙың исемлеге – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы сайтында: https://vk.cc/coANzO Республикалағы пляждарҙың махсус интерактив картаһы - Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында: http://portal.introgis.com/CoGIS/Beach. Шулай уҡ һыуҙа үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ: - һыуҙа ял иткәндә алкоголь ҡулланмағыҙ; - балаларҙы күҙәтегеҙ һәм һыуға төшкәндә улар янында булығыҙ; - 10–15 минут тирәһе йөҙөгөҙ; - һыуға ҡуйылған билдәләр аша һәм йылға-күл аша йөҙөргә тырышмағыҙ; - ҡояшта оҙаҡ ял иткәндән һуң һыуға суммағыҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә “112” телефонына шылтыратығыҙ. Ике көндә ун кеше батып үлгән... Уларҙың яҡындарына күпме ҡайғы-хәсрәт килде. Шуға ла был фажиғәләр башҡаларҙы ла уйға һалһын ине. Ономағыҙ: һыу - хәүеф сығанағы! Фото: mchsrb