Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә ниҙәр көтөлә?

2 августа Башҡортостанда Рәсәйҙең Һауа десанты ғәскәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары уҙа. 2023 йылда ғәскәргә 93 йыл тула. Программа иртәнге сәғәт 10-да Өфөнөң Еңеү паркында "Десантсылар быуыны союзы" һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана. Төш ваҡытында Затон биҫтәһендәге "Тулҡын" паркында "Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Башҡортостан десантсыларына" һәйкәленә сәскә һалыу ҡаралған. Был көндө төп саралар Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" хәрби-патриотик паркында ойошторола. Иртәнге сәғәт 11-ҙә унда муниципаль берәмектәр командалары өсөн "Геройҙар уҙышы"нда ҡаршылыҡтар менән экстремаль ярыш була. Сәғәт 12-лә интерактив күргәҙмә майҙансыҡтары зонаһы, республиканың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында концерт программаһы, спорт майҙансыҡтары (волейбол, баскетбол, ГТО) эшләй башлай. Интерактив майҙансыҡтар сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре һәм күргәҙмә экспозициялары ойоштороласаҡ. Сәғәт 3-тән 5-се яртыға тиклем махсус тәғәйенләнештәге һәм Һауа десанты ғәскәрҙәре ветерандарының күрһәтмә сығыштары, шулай уҡ "Первушин" пилотаж төркөмөнөң авиашоуы һәм "Контингент" төркөмөнөң концерты ҡаралған. Фото: "Башинформ".