Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 31 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән "Транспорт сәғәте"ндә төбәктең юл селтәрен тәртиптә тотоу һәм үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Иң мөһим темаларҙың береһе - 2024 - 2026 йылдарға ремонтлау планына инәсәк юлдар исемлеген булдырыу. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ремонт программаһы 2023 йылда республика Башлығы тәҡдиме буйынса дүрт миллиард һумлыҡ бюджет менән эшләй башланы. Киләһе йылда ла ошондай уҡ күләмдә аҡса планлаштырылған. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге трассаларҙың яҡынса исемлеген тәҡдим итте. Уны Республикаға идара итеү үҙәге һәм муниципалитет хакимиәттәре менән берлектә әҙерләгәндәр. Исемлеккә ярашлы, Башҡортостанда 351,4 саҡрым автомобиль юлын тәртипкә килтереү планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта иң ҙур проекттар 2026 йылға тиклем бер нисә этапта башҡарыласаҡ. - Һеҙҙең ҡушыуығыҙ буйынса, беҙ шулай уҡ Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарындағы про