Башҡортостанда махсус хәрби операция бурысын үтәү өсөн тағы бер ирекле батальон ойошторола. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында хәбәр итте. Радий Хәбировҡа Әлшәй районындағы “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе ветерандарынан мөрәжәғәт килгән. Контракт хеҙмәтенә йәмәғәт ярҙамы штабына батальондар сафына инеүҙе һорап ғаризалар килеүен дауам итә, тип билдәләне республика етәксеһе. – “Хәрби туғанлыҡ” ағзалары тағы бер исемле батальон төҙөргә тәҡдим итте. Һәм улар яңы батальонға яҡташтары Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың исемен бирергә тәҡдим итә. Бындай башланғыс булғас, беҙ, һис шикһеҙ, уны хупларбыҙ тип уйлайым. Шуға күрә республика Башлығы Хакимиәтенән бөтә кәрәкле эштәрҙе башлауҙарын һорайым. Оборона министрлығы менән һөйләшәм һәм ошо эште башлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. Республика Алмаз Сафин исемендәге яңы батальон төҙөү буйынса бөтә кәрәкле сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала, тине Радий Хәбиров. “Республикалағы беренсе өҫт