Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарҙар әүҙемлек күрһәтә

Асҡын районында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында үткәрелгән кәңәшмәләр сиктәрендә "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проектын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында биш проект ҡаралды. Уларҙың өсәүһе “2019-2025 йылдарға Асҡын районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү” программаһы буйынса финанс ярҙамы алыуға бәйле. Мәҫәлән, икмәк һәм ондан бешерелгән кондитер изделиеларын етештереү менән шөғөлләнгән эшҡыуар Рәфис Әхмәтов предприятиеһын киңәйтеүҙе планлаштыра. Атап әйткәндә, ул тағы бер икмәкхана төҙөргә ниәтләй. Яңы бинаны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҙа мотлаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ете миллион һум самаһы аҡса кәрәк. Александр Емельянов та үҙенең етештереүен киңәйтергә ниәтләй. Спорт ҡорамалдары менән эшҡыуар 2019 йылдан шөғөлләнә. Уның туристик ҡорамалдар һатыу буйынса сауҙа объекты бар. Шхси эшҡыуар Ғәли Әхмәтов күсемһеҙ милек объекттарын һатып алыуға, бинаға һәм ер участкаһына түләүгә бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға иҫәп тота. Ул шулай уҡ дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашасаҡ. 2008 йылдан Ғәли Мөғтәсим улы ҡунаҡханалар эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра. Иҫке Ҡаҙансы ауылында крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштороу күҙаллана. Әле мөрәжәғәт итеүсенең 30 баш һыйыр малы, ике тракторы бар. Уға ер участкаһы кәрәк. Сураш ауылында туристик база төҙөү планлаштырыла. Был проект шулай уҡ кәңәшмә сиктәрендә ҡаралды. База йыл әйләнәһенә эшләй торған туристик комплекс буласаҡ. Уйлағаны тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһы һәм финанс ярҙамы күрһәтеү кәрәк. Башта мөрәжәғәт итеүселәр унда йорт һәм мунса төҙөргә ниәтләй. Артабан – төҙөлөштәр һаны арттырыласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Эшҡыуар сәғәте” кәңәшмәһендә ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы https://investrb.ru/ (“Подать заявку”), аша йәки 8(34771) 2-10-80 телефоны буйынса теркәргә мөмкин. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Асҡын районы хакимиәте.