Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө линия идаралығының транспорт полицияһының патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә ғариза менән Ҡаҙағстан гражданы мөрәжәғәт иткән. Ул Өфө станцияһы тимер юл вокзалы платформаһында булғанда үҙенең аҡсаһының булмауы (76 500 теньге һәм 59 100 һум) хаҡында белдергән. Ғариза яҙылыу менән транспорт полицейскийҙары ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай башлаған. Видеокүҙәтеү камераларының яҙмаларын тикшергәс, улар зыян күреүсенең вокзалдың өсөнсө ҡатынан эскалаторға төшкән саҡта төшөрөп ҡалдырыуын асыҡлаған. Уның артынан барған бер ир менән ҡатын, быны күреп, сит мөлкәте үҙләштерергә ҡарар иткән һәм хужаһына әйтмәгән. Ҡатын сумканы алған да, уны ҡуйынына тығып, вокзалдың бәҙрәф бүлмәһенә йүнәлгән. Унда аҡсаны алған, ә документтар һалынған сумканы сүп һауытына ташлаған. Енәйәт ҡылғандан һуң, ул бер стакан кофе һатып алып, юлдашы янына барған. Әммә уғрыларға сит аҡсаны ҡулланырға тура килмәй, сөнки полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы бер сәғәт эсендә асыҡлай һәм артабан тикшере