Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең ялдарҙағы Донбасс төбәктәренә эш сәфәре тураһында һөйләне. Унда ул Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Азат Бадранов менән осрашыуын әйтте. Хеҙмәт тураһында һөйләшеүҙән тыш улар шәхси темаларға ла аралашҡан. Шулай быйыл Азат Шамил улының ҡыҙы беренсе класҡа уҡырға барыуы билдәле булған. Яугир ҡыҙын мәктәпкә алып бара алмауына борсолған һәм Радий Фәрит улы уны үҙе оҙатырға тәҡдим иткән. – Балаларҙың беренсе класы ғүмерҙәрендә бер тапҡыр ғына була. Бөтә ата-әсә лә бара алмай, айырыуса әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла йөрөгәндәрҙең аталары балаларын тәүге тапҡыр мәктәпкә оҙата алмаясаҡ. Шуға күрә уларҙы тантаналы линейкаға үҙебеҙ алып барһаҡ, дөрөҫ буласаҡ. Хакимиәт башлыҡтарына, яугирҙәрҙең балаларын оҙатырға тәҡдим итәм, – тине ул. Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, 2023 йы
Азат Бадрановтың ҡыҙын беренсе класҡа Радий Хәбиров үҙе алып барасаҡ
31 июля 202331 июл 2023
1 мин