Былтыр Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, рентген маммографы алғайны. Бөгөн яңы ҡорамалда 1 859 ҡатын-ҡыҙ тикшереү үткән дә инде. Маммография скрининг өсөн ҡулланыла, шул иҫәптән, организмда үҙгәрештәр асыҡланғанда диспансерлаштырыу йәки диагностика үткәреү өсөн. Маммографта тикшеренеүҙәр табиптарға һөт биҙендәге үҙгәрештәрҙе иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә. Сир ни тиклем иртәрәк асыҡланһа, дауалау шунса уңышлыраҡ. – Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренә уңайлы ваҡытта онкологик скринигты үтә ала. Элек пациенттар тикшереү үтеү өсөн Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына йәки район-ара үҙәккә йөрөргә мәжбүр булды, – тине Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлк