“Бында һинеке-минеке юҡ, барыһы ла уртаҡ...” Башҡортостан ере күпме ирҙе батыр, ғәййәр ир иткән, тыуған илде һаҡлауҙың, ҡурсалауҙың һәм һөйөүҙең иман булыуын бала саҡтан ҡаныбыҙға һеңдергән. Һәр заман үҙ батырҙарын, шиғриәтен тыуҙыра, йыр-моңо ла башҡаса яңғырауы ихтимал, әммә тыуған ил намыҫын һаҡлауҙың элеккесә мөҡәддәс бурыс булып ҡалыуы бәхәсһеҙ. Милли батырыбыҙ, халҡыбыҙ күңелендә ҙур урын алған бөйөк шәхестәрҙең береһе, батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө, рухи ҡаһарманлыҡ символы булған Салауаттың шиғриәте бөгөн дә заманса яңғырашлы, бөгөн дә ир-егеттәребеҙ өсөн Ватанды һөйөү өлгөһө булыуы ғәжәп тойола. Эйе, быуындар алмашынһа ла, беҙҙә батырҙар нәҫеле, Тыуған илен һаҡлау өсөн йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер илһөйәрҙәр кәмемәгән әле. Шағирҙың һүҙҙәре хаҡ:”Мин киткәнгә ҡайғырмағыҙ, батыр ирҙәр тыуыр тағы ла...” Көндәлек тормошта башҡаларҙан бер яғы менән айырылмаған, ҡәҙимгесә эшкә йөрөгән, иген иккән, донъя көткән, белем алған, балалар тәрбиәләгән ир-егеттәребеҙ бөгөн алғы һыҙыҡта батырлыҡ, ныҡышмаллыҡ өлгөһө күрһәтә. Ҡайҙан уларҙа бындай тәүәкәллек? Илеш районында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, кемеһелер яраланып, ҡайһыһылыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ир-егеттәр менән әңгәмәләшеү ваҡытында ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ. Камил Мирсәғит улы Мостафин 2022 йылдың апреленән контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алына. Ике ай “Барс” отрядында хеҙмәт итеп, июнь айында Үрге Йәркәйгә ҡайта. Икенсе контрактты Минеғәле Шайморатов батальоны менән төҙөй. Яраланғандан һуң Луганск, Владикавказ госпиталдәрендә дауалана, әле ғаиләһе эргәһендә. Ефрейтор, Минеғәле Шайморатов орденына лайыҡ яҡташыбыҙ, 56 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул бөгөн нәҡ үҙенең алғы һыҙыҡта булырға тейешлеген, хәрби тәжрибәһен йәштәр менән уртаҡлашырға бурыслы булыуын дәлилләй. –Мин Афғанстанда хеҙмәт иткән хәрби булараҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашып, файҙа килтерә алыуыма ышанам. Сик ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү күп нәмәгә – таһыллыҡҡа, дисциплинаға, ҡорал менән эш итеү серҙәренә өйрәтте. ”Барс” отрядында отделение командиры булдым, ә Минеғәле Шайморатов батальонында хәрби пехота машинаһы наводчигы булып хеҙмәт иттем. Апрель аҙағында тыуған яҡҡа ҡайтһам да, тыныслана алмайым, бергә хеҙмәт иткән егеттәрҙе һағынам, улар эргәһендә булғым килә. Төнөн айырыуса ауыр, йоҡлай алмай ыҙаланам,хеҙмәттәштәрем өсөн борсолам, алғы һыҙыҡ мине магниттай үҙенә тартып тик тора... Миңә яҡташтарым, бергәләп аҡса йыйып, тепловизор алып биргәйне. Төнгө ҡараңғыла сит кешенең барлығын билдәләп, һигеҙ тапҡырға ҙурайтып күрһәтә торған приборҙың ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. .Хәрби зонанан киткәнемдә уны гранатаметсы, Теләпән ауылы егетенә биреп ҡалдырҙым. Унда һинеке-минеке юҡ, барыһы ла уртаҡ. Ризыҡ менән дә, патрон менән дә бүлешәһең. Ҡайһы саҡта штурмға бер тәүлеккә китергә, бер телем икмәкте уртаҡлашып тамаҡ ялғарға тура килә. Хәрби зонала әсеһен-сөсөһөн бергәләп татыған хеҙмәттәштәр ҡайһы бер туғандарҙан яҡыныраҡҡа әүерелә ул, – ти Камил Мирсәғит улы. Яу яланы ауыр юғалтыуҙары, көтөлмәгән хәбәрҙәре, хатта мөғжизәләре менән хәтерҙә уңалмаҫлыҡ яралар ҡалдыра. “Яҡташыбыҙ Камил Мостафин һәләк булған!”тигән хәбәр, сарафан радиоһы аша районда бик тиҙ таралып, яҡындарын ҡара ҡайғыға һала. Ауылда “йүкә телефоны”ның шәп эшләгәнен яҡшы беләбеҙ, бәхеткә ҡаршы, хәбәрҙең дөрөҫ булмауы тиҙ асыҡлана. Күп тә үтмәй, яугирҙең “хәбәрһеҙ юғалыуы” хаҡында һүҙ ҡуйыра. Бына шундай тетрәнеүҙәрҙе лә үткәрергә тура килә яугирҙең ғаиләһенә. Әйткәндәй, Камил Мостафиндың өс улы буй еткергән, икәүһе армия хеҙмәтендә булған, береһе–студент. Бергә хеҙмәт итеү еңел дә, ауыр ҙа... Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Ренат Хәлиҡов махсус хәрби зонала КамАЗ машинаһын йөрөтә, пушкалар, снарядтар һәм кешеләр ташый. “Хәрби хеҙмәт тәүлек әйләнәһенә бара, серем итеп алаһың да, йәнә руль артына ултыраһың, – ти ул. –Эсәр һыу ҙур проблема, уныһы менән дә халыҡты тәьмин итергә кәрәк”. Егет ваҡытының бик наҡыҫ булыуын, ҡыҫҡа ғына ял осоронда байтаҡ эштәр башҡарырға ниәтләүен әйтеп, хушлашырға ашыҡты. Ренатҡа хәйерле юл, уңышлы хеҙмәт насип итеүен теләнек. Райондың хәрбиҙәргә ярҙам итеү буйынса оператив штаб начальнигы Илдар Хөснуллин хәрби егетте оҙатҡанда маскировкалау селтәре, инструменттар менән тәьмин итәсәген белдерҙе. Яңы таныштарыбыҙҙың береһе рядовой Алмаз Зөләф улы Маннанов 2022 йылдың авгусында доброволец булып хәрби зонаға китә. 1994-1996 йылдарҙа армия хеҙмәтендә сынығыу алған. Ғаиләле, өс ҡыҙ үҫтерә. “Мин махсус хәрби операция зонаһына китеү ниәтемде Бишҡурайҙа йәшәгән атай-әсәйемә лә, ҡатыныма ла, ҡыҙҙарыма ла әйтеп тормайынса, аҙаҡтан ғына хәбәр итергә булдым. Йәнәһе, алдан борсолмаһындар, һуңыраҡ белһәләр, яҡшыраҡ булыр. Тоцкиҙа хәрби әҙерлек үткәс, шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа эләктек. Бер ваҡыт хәрби пехота машинаһында һигеҙ кеше барғаныбыҙҙа ут аҫтында ҡалдыҡ. Биш кеше яраланды. Учалы егете Фәнилдең терминатор кеүек ҡап- ҡара төтөн эсенән килеп сығыуы әле лә күҙ алдынан китмәй. Ғәжәп, егеттең бер ере лә йәрәхәтләнмәгән, шул көйө! Мәскәүҙәге госпиталдә дауаланғандан һуң, мине аҙаҡ Сергеив - Посад ҡалаһындағы шифаханаға ебәрҙеләр. Әле “больничный”ҙамын. Камил Мирсәғит улы менән бер ротала, бер взводта хеҙмәт иттек. Бер яҡтан, райондаштар менән бергә ярҙамлашып, хәбәрҙәрҙе уртаҡлашып, республикабыҙҙы, тыуған яғыбыҙҙы һағынып, әңгәмәләр ҡороп йәшәү күңелле лә кеүек, икенсе яҡтан, яҡташтарыбыҙҙы юғалтыуға күнегеп булмай, был ҡайғыны кисереү бик ауыр”,– ти яугир. Хәрби әҙерлек бик мөһим Райондың хәрбиҙәргә ярҙам итеү буйынса оператив штаб етәксеһе Илдар Йәүҙәт улы Хөснуллин әйтеүенсә, илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғансы хәрби сборҙар йыш үткәрелгән. Иҡтисади көрсөк башланғас, был хаҡта уйланған кеше лә булмаған, Башҡортостанда һуңғы сборҙар 1989 йылда ойошторолған. ”Ир-ат, ҡулдарына ҡорал тотоп, һәр саҡ Ватан һағына баҫырға әҙер торорға тейеш. Бер ни тиклем тынлыҡтан һуң илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә мобилизация сборҙары үтә башлауы маҡсатҡа ярашлы булды. Мин үҙем “Алкин-2”хәрби ҡаласығында бер нисә тапҡыр әҙерлек үттем. Бында палаткалар, “буржуйка”лар, медпункт, ашхана һәм башҡа кәрәкле объекттар бар ине. Ике аҙналыҡ сборҙар ваҡытында барлыҡ состав үҙенең профессиональ хеҙмәтен иҫенә төшөрҙө, саперҙар, мина менән эш итеүсе белгестәр, сылбырлы һәм тәгәрмәсле техника водителдәре, механиктар ғәмәли күнегеүҙәр үтте. Саперҙар мина ҡуйыу, шартлатыу һәм зарарһыҙландырыу буйынса күнекмәләрҙе нығытты. Өйрәтеүсе офицерҙар ҙа етерлек булды: Афғанстан, Чечен Республикаһында хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан офицерҙар, Абхазия һәм Грузиялағы хәрби хәрәкәттәр яугирҙәре етерлек ине”,– тип, Илдар Йәүҙәт улы запастағыларҙы ла өйрәтеп алыу кәрәклеген билдәләне. Үҙе Тымыҡ океан флотында штурман электриктары бүлегендә командир булып хеҙмәт иткән, званиеһы буйынса 3-сө ранг капитаны. Уның фекеренсә, хәрби сборҙар белгестәрҙең квалификацияһын арттырыу менән бергә илһөйәрлек тәрбиәһен, запастағы хәрбиҙәрҙең профессиональ әҙерлеген күтәреүгә булыша. Ҡырҡ йыллыҡ стажы булған педагог, тренер, физкультура уҡытыусыһы Башҡортостан Дингеҙ Йыйылышының Илеш филиалы етәксеһе лә булып тора. Ул уҡыусыларына хәрби әҙерлек буйынса биргән күнекмәләренән ҡәнәғәт. Һигеҙ уҡыусыһы Афғанстанда хеҙмәт итеп, иҫән-аман әйләнеп ҡайтҡан, бер уҡыусыһы бөгөн махсус хәрби операция зонаһында. –Ошо йылдың март айынан оператив штабҡа етәкселек итәм. Эште иң тәүҙә гуманитар йөк йыйыуҙан башланыҡ. Рюкзак, эске кейем-һалым, термос, йылы итек, ойоҡбаш, футболка, санитария –гигиена саралары – барыһы ла кәрәк. Дүрт миллионға яҡын аҡса тупланды. Һәр һалдатҡа атап, 155 йәшникте аҙыҡ-түлек менән тултырҙыҡ. Илештәр һәр ваҡыттағыса берҙәмлек күрһәтте. Ике гуманитар йөктө Донецк һәм Херсонға оҙаттыҡ. Машиналарға өс генератор, бензин менән эшләүсе һигеҙ бысҡы, кер йыуыу машинаһы, егеттәрҙең һорауҙары буйынса канаттар, көрәк-балта, үткәргестәр тейәлде. Хәрбиҙәргә ярҙам итеүҙә йәнен бирерҙәй булып эшләгән кешеләр булыуына һоҡланам. Шуларҙың береһе –район хакимиәте вәкиле Денис Шәмсиев. Ысын офицер! “Ғаилә хеҙмәте” ҡыҙҙарына рәхмәтемде белдергем килә. Штаб ағзаһы Татьяна Васильева, ҡасан саҡырһаң да, береһенән-береһе егәрлерәк һигеҙ ҡыҙын эйәртеп, ярҙамға килеп етә. Эшҡыуар Рәсүл Ялалов – беҙҙең ышаныслы “уң ҡулыбыҙ”, ауыр саҡта гел уға мөрәжәғәт итәбеҙ. Яңыраҡ Һамарҙағы егеттәребеҙгә гуманитар йөк илтеп ҡайттыҡ. Уларҙың теләктәрен үтәп, төрлө эш ҡоралдары, плащ-накидкалар алып барҙыҡ. Бик ҡәнәғәт ҡалдылар, кәйефтәре күтәренке, казармалары тулы тәртиптә. Тыуған яҡтың йылыһын, яҡташтарының иғтибарын тойоу уларға көс бирә, үҙҙәренә ышанысты арттыра,– ти Илдар Йәүҙәт улы. Тыуған тупраҡтың тылсымлы көсө барыбыҙға терәк, киләһе йәш быуын өсөн тыныслыҡ сәңгелдәге булһын өсөн йәшәй һәм хеҙмәт итә егеттәребеҙ. Динә Арыҫланова. Илеш районы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.