Тәтешле районының Үрге Ҡоҙаш ауылында “Атайсал” проекты сиктәрендә өсөнсө тапҡыр башланғыс класс уҡыусылары араһында “Салауат вариҫтары” тигән урам футболы буйынса турнир үтте. Иң көслөләр исеменә өс команда көс һынашты: Әрибаш, Үрге Ҡоҙаш ауылдарынан һәм “Йәш шайморатовсылар” спортсылары. Улар үҙ оҫталығын күрһәткәнсе, өлкән ҡатнашыусылар өсөн волейбол буйынса уйындар ойошторолдо. Иң бәләкәс ҡунаҡтар төрлө халыҡ уйындарында һәм спорт ярыштарында ҡатнашты. Йәйәнән уҡ атыу майҙансығына ла халыҡ күп йыйылды. Ярыш бик сәмле барҙы. “Йәш шайморатовсылар” командаһы күсмә кубокка эйә булды. “Бишбармаҡ” хедлайнер-оркестрының сығышы сараға йәм өҫтәне. Фото: Тәтешле район хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге.