Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Сәләмәтлек һәм һәм туризм” тигән Бөтә Рәсәй фестивалендә, Өфөлә үткән мунса оҫталығы буйынса Волга буйы федераль округы чеспионатының һайлап алыу этабында ҡатнашты. Республикала бындай фестиваль уҙғарылыуының әһәмиәтен дә билдәләне: - Беҙҙә донъя әһәмиәтендәге уникаль тәбиғәт һәйкәлдәре урынлашҡан. Мәҫәлән, “Янғантау” геопаркы. Шифахана-курорт комплексы һәм дауалау минераль сығанаҡтары донъя кимәлендә танылыу яулаған. Республиканың алты шифаханаһы “Рәсәйҙең 100 ТОП шифаханаһы” исемлегенә ингән. Улар “туристик кэшбэк” иҫәбенә арзаныраҡҡа төшкән уникаль дауалау программаларын тормошҡа ашыра. Был механизм юллама хаҡын 20 процентҡа тиклем компенсацияларға булышлыҡ итә. Былтыр унан 16 меңләп кеше файҙаланды, - тип һөйләне Премьер-министр. Андрей Назаров республика медицина туризмының әүҙем үҫеүен дә билдәләне. Башҡортостандың был йәһәттән потенциалы ҙур. Республикабыҙ офтальмология, травматология, кардиология, медицина генетикаһында айырыуса көслө. Башҡортостан дәүләт медицина университетының робот һәм гибрид хирургияһы үҙәктәрендә йөҙәрләгән ҡатмарлы операциялар эшләнә. Вуз–ара студенттар кампусы сиктәрендә фәнни-етештереү биомедицина экосистемаһы булдырыла. Ул гендар терапияһын ҡулланып, сирҙәрҙе диагностикалауҙың һәм дауалауҙың уникаль технологияларын эшләүгә махсуслашасаҡ. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.