Ошо көндәрҙә Ҡаҙағстандың Алма-Ата ҡалаһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың береһендә янғын сыға. Хәбәр ителеүенсә, ут бишенсе ҡатта башлана һәм лифт шахтаһы аша башҡа ҡаттарға тарала. Ҡапыл башланған янғындан кешеләр ҡоттары осоп балаларын тәҙрә аша ырғыта башлай, арттарынан үҙҙәре лә һикерә. Янғын һүндереүселәр алты минут эсендә килеп етә, әммә кешеләргә ҡап-ҡара төтөндән тонсоғоу өсөн бер нисә минут та етә шул. Ҡотҡарыусылар автобаҫҡыстар ярҙамында 290 самаһы кешене ҡотҡара. Тик бына бишенсе ҡаттағы кешеләрҙең уларҙы көтөр әмәле ҡалмай. Һөҙөмтәлә, әсәләр балаларын тәҙрә аша ырғыта. Уларҙы аҫта кешеләр матрастар, простынялар ярҙамында тота. Балаларын ташлағас, ҡатындар үҙҙәре лә һикерә. Янғындың һөҙөмтәләре шундай: 16 бәлиғ булмаған бала дауаханаға эләгә. Дөйөм алғанда, медицина учреждениеларына 31 кеше оҙатыла. 31 йәшлек ҡатын һикергәндән һуң ауыр йәрәхәттәр алып, һәләк була. Ут – бик ҙур хәүеф сығанағы. Фатирҙа янғын сыҡта мөмкин булғанса ҡотҡарыусыларҙы көтөргә, һыулы сепрәк аша тын алырға кәңәш итәләр. Тик бар донъяны ҡара төтөн уратып алғанда, үҙеңде тыныс тотоп булмайҙыр шул... Уттан һаҡ булайыҡ, дуҫтар. Фото: Телеграм.
Балаларын ҡотҡарыр өсөн әсәләр уларҙы тәҙрә аша ташлаған...
6 августа 20236 авг 2023
10
~1 мин