Найти в Дзене

"Аҡыллы ҡала"ға - юғары баһа

Башҡортостан “Аҡыллы ҡала” форумын уҙғарыу өсөн яңы бурыстар ҡуйҙы. Был сарала өс меңләп кеше ҡатнашты. Улар Рәсәйҙең 78 төбәгенән, Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан, Белоруссиянан, Үзбәкстандан, Болгариянан, Төркиәнән килде. Мурманскиҙа үткәрелгән элекке һанлы форумда 600 генә кеше ҡатнашыуын уйлаһаҡ, Башҡортостандағы әлеге йыйындың ни тиклем күләмле булыуы асыҡлана. Был сара профессональ диалог, алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу, ҡалалар үҫеше өлкәһендә яңы идеяларҙы тикшереүҙең ҙур майҙансығына әүерелде. “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” 4-се халыҡ-ара форумын асыу тантанаһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килеп, ҡатнашыусыларҙың тәбрикләне. Форумдың эшлекле программаһы биләмәләрҙе үҫтереү өлкәһендә барлыҡ көнүҙәк трендтарҙы, инновацияларҙы үҙ эсенә алды. Форумда ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын күрһәтте, төрлө тармаҡ эксперттары менән тәжрибә уртаҡлашты. Халыҡ-ара кимәлдәге форумдар ойоштороу һәм уҙғарыу өсөн Башҡортостандың федераль майҙансыҡ сифатында ҙур потенциалы булыуы ла билдәлә

Башҡортостан “Аҡыллы ҡала” форумын уҙғарыу өсөн яңы бурыстар ҡуйҙы. Был сарала өс меңләп кеше ҡатнашты. Улар Рәсәйҙең 78 төбәгенән, Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан, Белоруссиянан, Үзбәкстандан, Болгариянан, Төркиәнән килде. Мурманскиҙа үткәрелгән элекке һанлы форумда 600 генә кеше ҡатнашыуын уйлаһаҡ, Башҡортостандағы әлеге йыйындың ни тиклем күләмле булыуы асыҡлана. Был сара профессональ диалог, алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу, ҡалалар үҫеше өлкәһендә яңы идеяларҙы тикшереүҙең ҙур майҙансығына әүерелде. “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” 4-се халыҡ-ара форумын асыу тантанаһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килеп, ҡатнашыусыларҙың тәбрикләне. Форумдың эшлекле программаһы биләмәләрҙе үҫтереү өлкәһендә барлыҡ көнүҙәк трендтарҙы, инновацияларҙы үҙ эсенә алды. Форумда ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын күрһәтте, төрлө тармаҡ эксперттары менән тәжрибә уртаҡлашты. Халыҡ-ара кимәлдәге форумдар ойоштороу һәм уҙғарыу өсөн Башҡортостандың федераль майҙансыҡ сифатында ҙур потенциалы булыуы ла билдәләнде әлеге сарала. Фото: “Республика Башкортостан” гәзите.