Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эх, урамдан моряк килә!

Бөгөн, июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә, Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнә. Халыҡтан һорау алыу һөҙөмтәләренә ҡарағанда, ул - илебеҙ халҡының иң яратҡан байрамдарының береһе. Уны ошо ғәскәрҙең хәрбиҙәре генә түгел, Рәсәйҙең диңгеҙ сиктәрен һаҡлаусылар, кораблдәрҙе хәрби йәһәттән тәьмин итеүселәр, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары, флот учреждениелары, предприятиелары эшселәре, Бөйөк Ватан һуғышы һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары ла билдәләй. Моряктарҙы, ошо байрамды билдәләгән, уны яратҡан һәр кемде ихлас ҡотлайбыҙ. Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты артабан да көслө булып ҡалһын! Байрам уңайынан танылған сәхнә оҫтаһы Рәмил Туйсиндың видеояҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. "Моряктар йыры"ның һүҙҙәрен Миләүшә Ҡаһарманова яҙған, көйөн - Рәмил Туйсин. "Кеҫәһендә уҡылмаған хат ята көтөп, Түшкенәһен ҡуҙ шикелле йылытып, өтөп. Ә әлегә кораблдән күҙләй маяҡты, Һин онотма өс йыл диңгеҙ кискән морякты", - тигән һүҙҙәр бар йырҙа. Илебеҙ именлегенә ҙур өлөш индергән моряктарҙың оло хеҙмәтен онотмайыҡ, уларҙың абруйы киләсәктә лә ҙур булһын. Фото: Рәмил Туйсиндың видеояҙмаһынан скриншот.