Өфөнөң “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында 29 июлдә “Рәхәттә” тип аталған Бөтә Рәсәй һауыҡтырыу фестивале асылды. Сараға инеү ирекле, бары тик онлайн теркәлеү генә кәрәк булды. Өфөнән генә түгел, республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән дә мунсалар күл тирәләй урын алды. Миндектең төрлөһө менән сабыныу мөмкинлеге бар ине. Эҫелә сабынып күлгә сумып сығыусылар тән, күңел кинәнесе алды. Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән әңгәмәсем байрамға үҫмер улы менән килгән. Ялын ғәҙәти итеп үткәрергә теләмәгән замандашыбыҙ байрамды ҡараны, улы өсөн дә бында ял итеү майҙансыҡтары байтаҡ булыуын белдерҙе. Иң мөһиме - балаһы компьютерҙан бер аҙға ял итә! Тағы ла бер әңгәмәсебеҙ, кемдәр мунсала сабынырға яратмай, улар өсөн бында массаж, СПА-процедуралар булыуын иғтибарға алды. - Әлеге оҫталыҡ буйынса Волга буйы федераль округының чемпионаты һәм коллектив менән парланыу буйынса Рәсәй чемпионатының һайлап алыу этабы ла бер юлы ойошторолдо. Тәүге урынды алыусы Волга буйы федераль округын Рәсәй чемпионатында Суздаль ҡалаһында 12 августа яҡлаясаҡ. Беҙ был сараны 14 йыл ойошторабыҙ, - тине милли мунса ассоциацияһының баш судьяһы Сергей Нестеров. Сығанаҡ: “Республика Башкортостан” гәзите сайты. Альберт Заһиров фотоһы.