Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бер туған өсәүҙе - ағалы-һеңлелеләрҙе ғаиләгә урынлаштырырға теләй. Бер малай һәм ике ҡыҙ. Юрийға 17 йәш. Иғтибарлы, әҙәпле. Гитарала уйнау менән мауыға. Футбол уйнарға ярата.Василисаға 15 йәш. Игелекле, аралашыусан, иғтибар үҙәгендә булырға, тирә-яғында бөхтәлек булдырырға ярата. Буш ваҡытын спорт майҙансығында баскетбол уйнап үткәрә. Викторияға 14 йәш. Күңелсәк, алсаҡ, ҡыҙыҡһыныусан. Ижад менән шөғөлләнергә ярата, әҙәби әҫәрҙәр уҡырға әүәҫ. Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, бер туғандарҙы айырырға ярамай. Шуға күрә өсәүһен дә алырға риза булған ғаилә эҙләнә. Ҡулында йәшәгән урынынан бәлиғ булмаған балаларға опекун (попечитель) булырға рөхсәт документтары бирелгән граждандар төбәк мәғлүмәттәр банкы операторына шылтырата ала: 8 (347) 218 03 62. Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://vk.com/mintrudrb