Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Алдан сараһын күрә белеү мөһим

Урман хужалыҡтарында янғынға ҡаршы һыҙаттар барлыҡҡа килә. Башҡортостандың урман фонды ерҙәре биләмәһендә 917 километр тирәһе яңы минералләштерелгән һыҙат һалынасаҡ, 6,6 мең километр тирәһе быға тиклем булғандары таҙартыласаҡ. Был эштәрҙе, янғындарға юл ҡуймау маҡсатында, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) сиктәрендә төбәктең Урман хужалығы министрлығы башҡара. Әлеге көндә яңы һыҙаттар булдырыу 831,9 километр оҙонлоғонда башҡарылған, быға тиклем булғандарын таҙартыу 5,7 мең километрҙа үтәлгән. Эштәр махсус техника ярҙамында алып барыла. Һыҙаттың киңлеге 1,4 метрҙан да кәм булырға тейеш түгел. - Минералләштерелгән һыҙаттар булдырыу - урмандарҙы янғындан һаҡлауҙың мөһим сараһы. Ошо сәбәпле ут таралыу хәүефе кәмей. Был һыҙаттар башҡа яҡтан уттың урманға күсеүенән һаҡлай, - ти төбәктең Урман хужалығы министрлығының урманды һаҡлау һәм яҡлау бүлеге начальнигы Диниль Әхмәтов. “Экология” милли проекты ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ныҡлы кәметеүгә, Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. 2019 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә. Фото: bash.news