Дмитрий Чернышенко "Аҡыллы ҡала — Аҡыллы ил" IV халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларға сәләмләү мөрәжәғәте менән сығыш яһаны. "Аҡыллы ҡала концепцияһына таянып, белгестәр ҡала мөхитен уңайлы, экологик, энергияны һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ итеү юлдарын эҙләй. Әммә миҙалдың кире яғы ла бар. Бер үк ваҡытта ҡала инфраструктураһының төрлө элементтарын сафтан сығарыуға һәләтле яңы төр хәүеф барлыҡҡа килә. Ҡалалар аҡыллы ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә булырға тейеш, мөһим инфраструктура объекттары кибер киңлектә лә, физик тәьҫирҙәрҙән дә, мәҫәлән, пилотһыҙ осоу аппараттарынан да һаҡланырға тейеш, – тиелә мөрәжәғәттә. - Был юлы беҙ күп тармаҡ мәсьәләләре буйынса перспективалы ҡарарҙар таба алырбыҙ тип ышанам". Чернышенко һүҙҙәренсә, форум тәжрибә уртаҡлашыу, алдынғы һанлы тәжрибәләр һәм технологиялар индереү буйынса һөҙөмтәле, абруйлы майҙансыҡ булараҡ үҙен күрһәтте лә инде. Форум Өфөлә 28 июлгә тиклем дауам итте. Фото: "Башинформ".