Найти тему
Башҡортостан гәзите

17 йәшлек егет әрәм булған...

Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ағиҙел йылғаһында 17 йәшлек Өфө егете батып үлгән. Ғәҙәттән тыш хәл кисә кис теркәлгән. "Үҫмерҙәр һайлаған урын һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған. Төшөү менән шунда уҡ бата башлағандар. Был урында һыуҙың төбө ҡырҡа өҙөлә, сөнки унан ҡом сығарыла, - ти ҡотҡарыусылар. - Үҫмерҙең береһе нисектер йөҙә алһа ла, икенсеһе бөтөнләй йөҙә белмәгән. Иптәше, үҙе йылғанан сыҡҡас, аяҡтары тартышһа ла, шунда уҡ икенсе яҡҡа барып ярҙамға саҡырған. Өлкәндәрҙең береһе килгән, ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан. Ул арала үҙе үк һыу аҫтынан батҡан үҫмерҙе табырға маташҡан". Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды водолаздары һыуға батҡан үҫмерҙе дүрт метр тәрәнлектә тапҡан. Республика халҡын Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт идаралығы йәнә бер тапҡыр иҫкәртә: рөхсәт ителгән урында ғына һыуға төшөгөҙ, һаҡланығыҙ! Фото: "Башинформ".