Октябрьский районы пенионерҙары Бөрөгә сәйәхәткә барҙы. Экскурсия “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект "Туризм и индустрия гостеприимства") сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итә район хакимиәте. - “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә оло йәштәгеләр өсөн республиканың күркәм урындары буйлап бушлай бер көнлөк экскурсиялар ойошторола. Был “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” республика программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Октябрьский пенсионерҙары өсөн Бөрөгә өс бер көнлөк походтар уҙғарылды, - тиелә хакимиәттән алынған мәғлүмәттә. 42 кешенән торған төркөм сәфәргә уңайлы автобуста юлланған. Уларҙың күбеһенең Бөрөгә беренсегә барыуы булған. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты 2030 йылға Рәсәй буйынса сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға тиклем арттырыуҙы күҙаллай. Шулай уҡ ошо тармаҡ иҫәбенә иҡтисади үҫешкә булышлыҡ ҡылыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Милли проект Рәсәй буйынса сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ, ҡыҙыҡлы итергә этәргес бирәсәк. Был эштәр - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормош ашырыу сараһы ла. Фото: bash.news