Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугир ҡорбан салдырған

Баймаҡ районы Түбә ауыл клубының төркөмө хәбәр итеүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм әлеге мәлдә ялға ҡайтҡан Алмас үҙенә, үҙе менән бергә яуҙа булған иптәштәренә ҡорбан салдырып, мәсеттә ауылдаштарына ашатҡан. Егеттәрҙең иҫән- имен йөрөүҙәренә, табын әҙерләп йүгереп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығына Самат Иҫәнбаев аят бағышлаған. "Егеттәребеҙгә имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Алмасҡа ҡорбан ашы өсөн ауылдаштарыбыҙ исеменән ҙур рәхмәт!" -тип яҙған ауыл клубы директоры. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ булһын, ир-егеттәр иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын! Фото: "Түбә ауылы клубы" төркөмөнән