Һуңғы осоро “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамы республиканың күп ауылдарында бик популяр булып китте. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Ҡушый ауылы илебеҙ буйлап таралышҡан ҡыҙҙарын йыйҙы. Был байрамдың иң матур биҙәге булып - ҡыҙҙар көйәнтәләп үҙҙәре бала саҡта һыуға йөрөгән ҡоҙоҡ -инешкә һыуға барыуҙары торалыр. Береһенән-береһе матур Ҡушый ҡыҙҙары яурындарына көйәнтәләр һалып һыуға барҙы, тыуған еренең шифалы һыуҙарын ауыҙ итте, әхирәттәре, дуҫтары һәм туғандары менән осрашты. Ауылдың ҡыҙҙары ҡайтыуға Әнисә Әхтәмова бала саҡтарында көйәнтәләп һыу ташыған "Арғы йылға" ныһын һам баҫманы матур итеп эшлатеп тә ҡуйған. Уға был эште тормошҡа ашырыуҙа ғаиләһе, улдары Сәғит һәм Азат Көмөшбаевтар ҙур ярҙам күрһәткән. Матур байрамды үткәреүҙә шулай уҡ Гөлнур һәм Рәфис Факиевтар үҙ ҡулдары менән эшләп тирмә ҡороп ултыртҡан. Ҡыҙҙары Гөлнара менән Гөлйөҙөм күперҙең аркаһын биҙәгәндәр. Аҡсалата бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуарҙар - Ильяс Һибәтов, Азат Көмөшбаев, Гөлшат Рәхмәтуллина һәм Флүзә Шәһ