Найти тему
Башҡортостан гәзите

Түңкәрелгән машинала – ике пассажир кәүҙәһе

Бөгөн төшкә ҡарай Сибай янында ҡурҡыныс авария теркәлә. Сибай – Аҡъяр юлының 6-сы километрында “Лада Калина” машинаһы түңкәрелә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйына, водитель машинаһына идараны юғалта һәм ауа. Аварияның һөҙөмтәһе бик аяныслы, урында ике кеше – ир менән ҡатын һәләк була. Уларҙың икеһе лә пассажир булған. Водитель һәм тағы бер пассажир ҡатын төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Әлеге ваҡытта урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр вәкилдәре эшләй. Уларға аварияның сәбәптәрен, зыян булғандарҙың шәхестәрен асыҡларға кәрәк. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмайыҡ. Һәр кемде өйҙәрендә көтәләр. Фото: ЮХХДИ.