Найти тему
Башҡортостан гәзите

Улар һәр саҡ алғы һыҙыҡта

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы пост яҙған. Унда шулай тиелә: “Шайморатов исемендәге батальон һуңғы биш айҙа яуҙан сыҡманы, Артемовск флангыларының береһен дүрт ай буйы тотто. Артҡа бер генә сантиметр ҙа сигенмәне. Һуңғы яуҙарҙан комбат сыҡты - яраланғандар бик күп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа булды. Был батальон минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул - тәүге башҡорт ирекле батальоны. Ул һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта. Уның комбаты бер йыл эсендә өс (!!!) Батырлыҡ ордены менән наградланған, шулай уҡ күпселек яугирҙәренең наградалары бар. Уларҙың барыһына ла республиканан һәм уның халҡынан сәләм еткерҙем. 200-ҙән ашыу яугирҙе төп һалдат хәрби миҙалы “Шайморатов” исемендәге миҙел менән бүләкләнем”. Фотолар Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.