Найти тему
Башҡортостан гәзите

Янғында һәләк булған ирҙең шәхесе асыҡлана

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртә менән Шишмә районының Шөңгәккүл ауылында янғын сыҡҡан. Ваҡиға урынына шунда уҡ янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар юллана. "Ҡыҙыл әтәс" ике ҡатлы күп фатирлы йорттоң өс бүлмәле фатирға ҡунаҡлаған. 30 минут дауамында янғын һүндерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынын һүндереү барышында бер ир һәләк булған, уның шәхесе асыҡлана», - тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Әле урында янғын сәбәптәрен асыҡлау өсөн тәфтиш-оператив төркөм эшләй. “Хөрмәтле граждандар, электр приборҙарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, бер үк ваҡытта күп приборҙарҙы бер розетка аша ҡабыҙмағыҙ. Янғын сыҡһа, шунда уҡ 101 һәм 112 номерҙарына шылтыратығыҙ”, – ти иҫкәртәләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Фото: "Башинформ"