Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында элекке колхоз бинаһын мәсет итеп төҙөкләндереүсе халыҡ күмәк көс менән байтаҡ эш атҡарған. Быға тиклем эске эштәр башҡарылһа, хәҙер манараға тотонғандар. Яҡын арала был башланған изге эште еренә еткереп ҡуйырға ниәтләй ауыл халҡы. Ҡыйығын ябырға, эстәге һәм тышҡы төҙөкләндереү эштәрен тамамлап ҡуйырға өмәләр үтәсәк.Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында ситтә йәшәүсе яҡташтар ҙа иман йорто эшенә битараф ҡарай алмай. Улар йә аҡсалата ярҙам итә, йә өмәгә килә.Өфө ҡалаһында йәшәүсе якташтары, скульптор Ғәҙел Илбәков Аҡъюл мәсете манараһы көмбәҙе өсөн тимерлектә яһалған ай алып ҡайтып, ауыл имамы Ильяс Ишемғоловҡа тапшырған. Изге ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын, тиҙ арала ауылға иман таратып мәсет үҙ ишектәрен асһын! Фото: Аҡъюл ауыл биләмәһе төркөмөнән.