Хәйбулла районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә Хәйбулла йүнселдәре ике проект тәҡдим итте Аҡъяр ауылынан Әмир һәм Зифа Усмановтар – эшҡыуарҙар, төҙөлөш һәм аҙыҡ-түлек магазиндары тота, биналар төҙөү һәм ремонтлау буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. Быйыл лизингка сәнскеле тейәгес һатып алғандар. Кәңәшмәлә эшҡыуарға тәүге лизинг түләүе буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн документтар тапшырырға тәҡдим ителде. Аҡъяр ауылында банкет залын ойоштороу буйынса проектты Филүс Сәлишев тәҡдим итте. 2020 йылда ул Аҡъяр ауылының Төньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә 30 урынлыҡ банкет залын асҡан. 2023 йылдың февралендә бинаға газ үткәрелгән. Проекттың инициаторына газ менән тәьмин итеүгә бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн документтар тапшырырға тәҡдим ителде. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.