Найти тему
Башҡортостан гәзите

Көмөш миҙал – беҙҙең Азаматтыҡы!

Бында спортсылар, эләктереү, ырғытыу, әйләндереп һалыу, аяҡ салыу кеүек төрлө ысулдар ҡулланып, бер-береһен ҡалаҡ һөйәгенә һалып еңергә тырыша. Грек-рим көрәшенән айырмалы, дәғүәсенең аяҡтарын эләктереп тотоу, аяҡ салыу һәм төрлө ысулды ҡулланғанда аяҡтарҙы әүҙем файҙаланыу рөхсәт ителә. Рәсәйҙең ирекле көрәш буйынса чемпионатында 70 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Башҡортостан спорты тарихында беренсе тапҡыр бронза миҙал яуланғйаны. Был уңышҡа Азамат Токмаков өлгәште. Ул Наро-Фоминск ҡалаһында уҙғарылған һаңғырауҙар араһында спорт көрәше буйынса Рәсәй турнирында өсөнсө урынға лайыҡ булды һәм әле Өфөлә барған йәйге Сурдлимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Азамат Токмаков – ирекле стиль көрәшсеһе. Ул “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарында көмөш миҙал яуланы. Егет 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә үҙен һынап ҡарағайны. Беҙ уны ҡотлайбыҙ! Әйткәндәй, 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән сарала 21 дисциплинала миҙалдар өсөн көрәшәләр. Улар өсөн ярыш тәжрибәһен һаҡлау маҡсатында ошо күләмле ярыштарҙы үткәреү бик мөһим. Фото: Башҡортостандың Спорт көрәше федерацияһы.