Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы, Хәйбулла районынан Илнур Ҡолтабәковҡа фатир асҡысы тапшырылды. Егеткә торлаҡ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә бирелде. Фатир асҡыстарын тапшырып, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов изге теләктәрен еткергән. "Быйыл 11 етем баланы торлаҡ менән тәьмин итеү планлаштырылғайны, уларҙың 9-ына фатир асҡыстары тапшырылды ла инде. Тағы ла ике хәйбуллалы торлаҡ һатып алыуға сертификаттар алды, - тине Рөстәм Динислам улы. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Милли проекттың төп маҡсаттары – уртаса килемле ғаиләләр ҙә һатып алырлыҡ торлаҡ менән тәьмин итеү, шу