Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ауыл амбулаторияһына - яңы автомобиль

Ил Президенты Владимир Путиндың "май" указдарына ярашлы, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” федераль проектын («Модернизация первичного звена здравоохранения» национального проекта «Здравоохранение») тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауыл табип амбулаторияһының техника паркы өр-яңы автомобиль менән тулыланды. "Медицина учрежденеиеһының техника паркын яңыртыу район халҡының һаулығын һаҡлау, ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү йүнәлешендәге эште яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк", -ти район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Рысҡужин белдереүенсә, быйыл "Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын модернизациялау" федераль программаһы буйынса Беренсе Этҡол, Төркмән һәм Түбә ауыл табип амбулаторияларына яңы автомобилдәр бүленгән. Киләһе йылда тағы ла дүрт техника биреү күҙ уңында тотола. Беренсе Этҡол табип амбулаторияһы бөтәһе һигеҙ ауыл халҡын хеҙмәтләндерә, бөтәһе 2208 кеше иҫәпләнә. Шуға күрә яңы автомобиль бик кәрәк һәм ваҡытлы. Яңы траспорт асҡысы ҙур ышаныс менән водитель Азамат Хәсәновҡа тапшырылған. Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау федераль проекты 2022 йылдан Һаулыҡ Һаҡлау милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты — халыҡтың бөтә төркөмдәренең ихтыяждарынан сығып, йәшәү, уҡыу йәки эш урыны янында медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу. РФ Президенты Владимир Путин инициативаһы менән милли проекттар 2019 йылда старт ала. Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.