Әле умартасыларҙың бал айырған мәле: баҙарҙа ниндәй генә төрлө татлы ризыҡ һатылмай! Йүкә,ҡарабойҙай, көнбағыш, сәскә балы тиһеңме, кәрәҙлеме, солоҡтоҡомо... Шулай ҙа ялған бал һатыусылар ҙа осрап ҡуя. Берәүҙәр - яҡшы, ысын бал шыйыҡ булырға, икенселәр кристаллашырға, беҙҙеңсә, шәкәрләнергә тейеш тип уйлай. Өсөнсөләр бал аҡ төҫтә булмай, ул шәкәр ҡушҡанға ағара тиһә, бәғзеләр ундайҙы иң яҡшы дауа, ти. Ысын балды нисек һайларға һуң? Яҡшы сифатлы балдың төп билдәһе - ауыҙ ҡамаштырыуы, тамаҡ төбөндә оҙаҡҡа ҡалған тәм һәм, бал ҡапҡас, тиҙерәк һыу эске килеү тойғоһо. Әгәр банканың төбөнә ултыра икән, был - насар бал. Яңыһы - йәй аҙағында - көҙ башында шыйыҡ була. Йүкә балы - асыҡ һары төҫтә, көслө үҙенсәлекле еҫле. Шәкәрләнгәндә алтынһыу аҡһыл төҫкә инә. Аҡ акация балы - төҫһөҙ, һыу шикелле үтә күренмәле. Әкрен шәкәрләнә, оҙаҡ ваҡыт шыйыҡ ҡала. Шәкәрләнгәндә ҡар кеүек ап-аҡ була. Ҡарабойҙай балы - ҡыҙғылт-ҡараңғы төҫтә, үҙенсәлекле тәмле, Шәкәрләгәндә бутҡа кеүек массаға әүерелә. Бәпембә ба