Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күрәҙәсегә барма тиһәләр ҙә...

Элек-электән халҡыбыҙ араһында шифалы доғалары менән өшкөр­гән, имләгән, ҡот ҡойған, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан, мейе ҡаҡ­ҡан, эс һылаған, һөлөк һалған, ҡот ҡойған, өй таҙалаған, йөрәкултыртҡан кешеләр һәм кендек инәйҙәре булған. Улар төрлө йүнәлештә эш итеп, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡа­рылған. Медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ дауалаусыларына, имселәренә мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар. Баймаҡ районының Билал ауылында йәшәгән, Баймаҡ районының “Халыҡ дауалаусылары” мәктәбенең урынбаҫары, бәләкәйҙән күрәҙәселек һәләтенә эйә булған, кешеләрҙе дауалаған Гөлфиә Ғайсинаға ярҙам һорап килеүселәр күп. Кемдер малын юғалтҡан, икенселәренә эскелектән дауаланырға кәрәк, ҡайһыларының тормоштары пыран-заран килгән. -Был һәләтем миңә бәләкәйҙән бирелгән, нәҫелдән килә. Кем ярҙам һорап мөрәжәғәт итһә, барыһына ла ҡулымдан килгәнсә, ярҙам күрһәтәм, дауалайым. Һуңғы ваҡытта махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән эшләйем, уларҙың ғаиләләренә психологик ярҙам күрһәтәм. Күптән түгел Әбйәлил районында үткән “Ер ҡото” тип аталған этномәҙәни фестивалдә ҡатнаштым. Был сара халыҡ дауалаусылары өсөн бик яҡшы һәм кәрәкле сара, бер-беребеҙ менән аралашабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ, көс һәм дәрт алабыҙ. Ҡабул иткәндә, кешенең энергетикаһы төрлөсә: кемделер ҡарағандан һуң, үҙеңдә көс кәмеүен һиҙергә мөмкин, кемдер ҡара уйлы була, икенселәренә ниндәйҙер боҙом эшләтелгәндәре лә осрай. Хоҙайҙан һиңә һәләт бирелгән икән, һин уны файҙаланырға, кешеләрҙе һауыҡтырыуға үҙ өлөшөңдө индерергә тейешһең, – ти Гөлфиә Фәиз ҡыҙы. – Мин кемгәлер нимәлер менән ярҙам итә алһам, үҙемде бик бәхетле тоям. Тормошта тулы гармонияла йәшәргә тырышығыҙ, үҙегеҙгә сик ҡуймағыҙ, кешелергә яманлыҡ уйламағыҙ. Ул сағында тормошоғоҙ ҙа матур, һаулығығыҙ ҙа шәп булыр. Күрәҙәсегә барма, тиһәләр ҙә ҡайһы осраҡта барырға ла тура килә шул. Автор фотолары