Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан - беренсе!

Росреестр етәксеһе урынбаҫары Ирина Мартынова аңлатыуынса, милли арауыҡ мәғлүмәттәренең системаһы — импортҡа тулы алмаш продукт. Система ер һәм күсемһеҙ милек тураһында бөтә асыҡ арауыҡ мәғлүмәттәрен берләштерә. "Милли арауыҡ мәғлүмәттәре системаһы ул, әлбиттә, уникаль продукт. Донъяла аналогтары юҡ", - тип билдәләне ул. Бөгөнгә 11 сервис илебеҙҙең 174 муниципалитетында тәжрибә үткәреүгә тапшырылған. Системаға авторизацияланған ҡулланыусылар инде тоташтырылған. "Милли арауыҡ мәғлүмәттәре системаһы пилотында бөтәһе 31 субъект ҡатнаша. Башҡортостан быйыл мартта субъект-пилоттар араһында 15-се урында булды. Бөгөн республика илдә беренсе урынды биләй", – тип һығымта яһаны Росреестр етәксеһе урынбаҫары. Фото: "Башинформ".