Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан төҙөүселәре Мәҙәниәт һарайын ремонтлаясаҡ

Белеүебеҙсә, Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһын тергеҙеүгә лә ярҙам итә. Ошо сара сиктәрендә Красный Луч ҡалаһының В.И. Ленин исемендәге Мәҙәниәт һарайының ҡыйығын капиталь ремонтлау һәм тәҙрәләрҙе алмаштырыу эштәрен башҡарыу бурысы тора. В.И. Ленин исемендәге Мәҙәниәт һарайы Красный Лучтың йөҙөк ҡашы булып тора, бында иң мөһим саралар үтә, уның клуб ойошмаларында 385 кеше шөғөлләнә. Хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Сергей Соловьев һөйләүенсә, ремонт эштәре 2024 йылға планлаштырылған, әммә ҡыйыҡтың авария хәлендә булыуы сәбәпле, уларҙы әле үк башларға ҡарар ителгән. “Быйыл эштәрҙе башлау өсөн махсус инфраструктура проектына үҙгәрештәр индерелде. Уларҙы Башҡортостан Республикаһы белгестәре башҡара. Быйылғы йылға төп пландар – ҡыйыҡты ремонтлау һәм тәҙрәләрҙе алмаштырыу”, – тип һөйләне Сергей Витальевич. Фото: "Башинформ".