Быйыл республикала “Сәләмәт республика–сәләмәт төбәк” акцияһы башланғандан алып белгестәр тарафынан 114 781 кеше ҡабул ителде, 29 561 тикшереү үткәрелде. Табиптар тәүге тапҡыр 17 299 социаль әһәмиәтле сирҙе асыҡланы. 2 260 кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре диагностикаланды, 199 кешелә яман шеш, 737 кешелә – шәкәр диабеты, 12 кешелә туберкулез булыуына шик белдерелде. Пациенттар диагнозды иҫбатлау өсөн өҫтәмә тикшереүгә ебәрелде. Медицина бригадалары алты районда график буйынса эштәрен дауам итә. Белорет маршруты Йылайыр районында эшен дауам итә (31.07-01.08 Һабырҙа, 02.08 Йомағужала). Дыуан маршруты Салауат районында (01.08 Лағырҙа, 02.08 Лаҡлыла, 03.08-07.08 Мөрсәлимдә) эшен тамамлай. Нефтекама маршруты Ҡалтасы районында (01.08 Иҫке Уръябашта, 02.08 Түбәнге Тиктәмдә, 03.08-04.08 Әмзебашта) эшен тамамлай. Октябрьский маршруты Бишбүләк районында (31.07-01.08 Ҡушйылғала, 02.08 Кожай-Ыҡбашы ауылында, 03.08 -04.08 Сухоречкала) эш башлай. Стәрлетамаҡ маршруты Мәләүез районында (31.07-01.08 Воскресенскиҙа, 02.08-03.08 Ҡотошта, 04.08-07.08 Беренсе Майҙа) эшен дауам итә. Өфө маршруты Саҡмағош районында (01.08 Ҡарайеректә, 02.08 Үрге Аташта) эшен тамамлай. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.