Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тағы хәүефле осор башлана

Янғын миҙгеле башланғандан алып урман янғын һүндереү дружиналарының көстәре һәм саралары "Юғары әҙерлек" режимына күсерелгән һәм барлыҡ янғындарға оператив яуап бирә. Быйыл аномаль эҫе һауа торошо, республикала көслө ел сығыу сәбәпле урман янғындары һаны артҡан. Әйтәйек, урман фонды биләмәһендә 2023 йылдың 31 мартынан 28 июленә тиклем 122 урман янғыны теркәлгән. Уларҙың яртыһынан күберәгенең килеп сығыуының төп сәбәбе — тәбиғи фактор, янғындарҙың күбеһе халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә сыҡҡан. Урман янғындары менән ҡапланған дөйөм майҙан өс мең гектарҙан ашыу тәшкил итә. Халыҡтың янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә иғтибарһыҙ мөнәсәбәте: елдең көсәйеүе һәм ҡоро эҫе һауа торошо — уттың тиҙ таралыуына булышлыҡ итә. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы иҫкәртә: тәбиғәттә осҡондоң ҙур хәүеф тыуҙырыуы ихтимал! Республика халҡын урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ, урман янғыны йәки урман янында янғын сығыу осрағы асыҡланған осраҡта - 8 (800) 100-94-00 йәки Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға була: 8 (347) 218-14-14. Фото: республиканың Урман хужалығы министрлығы.