Шаҡша ҡасабаһы янында Өфө йылғаһы аша автомобиль күпере 1984 йылда файҙаланыуға тапшырыла һәм 40 йыл дауамында ул өс тапҡыр профилле хеҙмәттәр белгестәре тарафынан тикшерелә. Башта күпер ҡоролмаһы 30 тонна йөкләнешкә проектлана. Әммә консоль аралары балкаларының эленеп тороуы асыҡланғандан һуң башта 25 тонна, ә һуңынан 20 тонна сикләү ҡуйыла. Күперҙе һуңғы тапҡыр 2019 йылда тикшерәләр. Ул саҡта уҡ белгестәр балкаларҙың 24-28 сантиметрға тиклем эленеп тороуын теркәгән. "Күперҙең торошо авария хәленә етеп бара тип баһалана, артабан беҙ быны оҙаҡҡа һуҙа алманыҡ, күперҙе капиталь ремонтлау һәм уның проектына заказ биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. 2020 йылда дәүләт экспертизаһына ыңғай һығымта алдыҡ. Ошо ваҡыттан алып беҙҙең идаралыҡ был проектты федераль программаға индереү буйынса эш алып бара. Беҙ быға өлгәштек – объектты капиталь ремонтлау "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына (нацпроект "Безопасные качественные дороги") индерелгән. Федераль аҡсаның өлөшө 81 процент тәшкил итә", – ти Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Евгений Кулешов. 2023 йылдың 31 июленән (яҡынса 12.00 сәғәттә) подряд ойошмаһы күпер өлөшөн реконструкциялауға тотона. Атап әйткәндә, ҡалаға инеү йүнәлешендәге дүрт һыҙаттың икеһе автотранспорт хәрәкәте өсөн ябыла. Бынан тыш, капиталь ремонт осоронда 3,5 тоннанан ашыу максималь ауырлыҡтағы йөк автомобилдәренең күпер аша үтеүе ике йүнәлештә лә тулыһынса сикләнә. Күпергә яҡын килеү урындарында тейешле юл билдәләре ҡуйылған. Мәҫәлән, ҡалаға йөк транспорты М-5 Һамар - Өфө - Силәбе - Нуғай шоссеһы/Ырымбур тракты федераль трассаһы аша инә ала (ҡайтыу йүнәлешендә шундай уҡ маршрутты файҙаланырға мөмкин). Капиталь ремонт барышында күперҙең габарит үлсәмдәре артмаясаҡ, элекке кеүек ҡаласаҡ. Күпер төҙөүселәр бөтә балкалы аралыҡ ҡоролмаларын киҫелмәгән металл, шулай уҡ терәк өлөштәре, деформация ептәре һәм күпер терәктәре конструктив элементтарына алмаштыра. Белгестәр фекеренсә, төҙөлөш-монтаж эштәренән һуң күперҙең хеҙмәт итеү ваҡыты 50 йылға тиклем тәшкил итәсәк. Төҙөлөш-монтаж эштәре осоронда йәмәғәт транспорты хәрәкәте схемаһы үҙгәрмәйәсәк. – Бөгөнгө көнгә "Шаҡша" тимер юл станцияһы янында автомобилдәр ҡуйыу өсөн өҫтәмә майҙансыҡ ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде. Йәғни халыҡ шәхси автотранспортын шунда ҡалдыра һәм ҡала яны электр транспортына күсә ала. Шулай уҡ Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының эше көсәйтелде: 25 электричка йөрөйәсәк. Пассажирҙарға һәм халыҡҡа расписание менән Башҡортостандың пассажирҙар ташыу комплексының рәсми сайтында танышырға кәңәш итәбеҙ, – ти Транспорт һәм элемтә идаралығының пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Николай Никулушкин. – Күпер үткәүеле тулыһынса ябылған осраҡта, ашығыс махсус хеҙмәттәр өсөн Князев ауылында паром кисеүе эше ойоштороласаҡ. Күперҙең ике һыҙаты ябылыу сәбәпле, автотранспорт хәрәкәте ауырлашыуы ихтимал. Ҡала хеҙмәттәре индерелгән сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙе һорай һәм күпер буйлап хәрәкәтте туҡтатыуҙы иҫәпкә алырға кәңәш итә. Төҙөлгән муниципаль контрактҡа ярашлы, төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамлау срогы - 2025 йылдың 28 феврале. Әммә күпер төҙөүселәр объектты билдәләнгән ваҡыттан алда тапшырыу өсөн бар көсөн һаласаҡ. Сығанаҡ: ufacity