Шуныһы һөйөнөслө: яҡташ сурдлимпиясылар һынатмай. Азамат Токмаков ирекле көрәi буйынса ярыштарҙа көмөш миҙалға лайыҡ булды. Быға тиклем дзюдо буйынса үҙ көсөн һынаған Ҡорбан Муртазалиев һәм Олеся Ястребова алтын миҙал яуланы, Аржана Таханова көмөш миҙал хужаһы булды. Йәҙрәне ташлау буйынса ярыштарҙа Башҡортостандан еңел атлет Денис Хәкимов беренсе урынға сыҡты. Әйткәндәй, Өфөлә барған “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарында Башҡортостандан ете спортсы ҡатнаша. Улар еңел атлеттар Денис Хәкимов менән Илгиз Фәмүтдинов, дзюдоистар Ҡорбан Муртазалиев, Аржана Таханова һәм Олеся Ястребова, ирекле көрәш буйынса сығыш яһаусы Азамат Токмаков һәм атыу буйынса ярыштарҙа - Айҙар Иҙрисов. Барыбыҙ ҙа улар өсөн “көйәйек”, уңыштар теләйек. Тағы Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 36 спортсы бар. Уларҙың 13-ө - төп составта. Рәсәйҙең тағы ике йыйылма командаһында Өфөнән 23 спортсы бар. Өфөлә барған ярыштар Рәсәйҙең спорт өлкәһендә социаль йәһәттән йүнәлеш алған илдәрҙең береһе икәнлеген раҫлай. Шулай итеп, Рәсәй бөйөк спорт дәүләте булып ҡала һәм ул – тотош донъя өсөн спорт иле. Фото: республиканың Спорт министрлығы.