Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Юлсылар ҙа һоҡланып уҙа

Татарстан сигенә яҡын ғына урынлашҡан Яңы Йәнйегет ауылы аша юлдан машиналар туҡтауһыҙ үтеп тора. Юлсылар һоҡланып уҙһындар өсөн йәнтөйәктәрен бар яҡлап күркәм итеп донъя көтә йәнйегеттәр. Ошо көндәрҙә ауылға ингән урында шишмә-ҡойо эшләп ҡуйғандар. Һыу сығанағы матур итеп буралған, буялған, эргәһенә эскәмйә менән өҫтәл дә эшләнгән, ҡойо биләмәһе күркәм итеп уратып алынған. Был изге ниәтте Татарстанда йәшәгән ауылдаштары Рәмис Ғәлиев тәҡдим иткән һәм халыҡ уны дәррәү күтәреп алған. Хәҙер ҡоҙоҡ ауылға кергәндә әллә ҡайҙан күренеп, тирә-яҡҡа йәм биреп тора. Ауыл аша үткән юлсылар ҙа йыш ҡына ошонда туҡталып, һыуһындарын ҡандырып, үҙҙәре менән һыу алып, рәхмәт әйтеп китә. Краснокама районында “Атайсал” проекты сиктәрендә был йәһәттән күп изге ғәмәлдәр, эштәр башҡарыла. Район хакимиәте башлығы Алексей Горбачев был проектты тәүҙән үк иғтибар үҙәгендә тота. Краснокамала йәнтөйәгенә файҙа килтереп йәшәгән әүҙем башҡа замандаштарыбыҙ тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ. Автор фотолары һә

Татарстан сигенә яҡын ғына урынлашҡан Яңы Йәнйегет ауылы аша юлдан машиналар туҡтауһыҙ үтеп тора. Юлсылар һоҡланып уҙһындар өсөн йәнтөйәктәрен бар яҡлап күркәм итеп донъя көтә йәнйегеттәр. Ошо көндәрҙә ауылға ингән урында шишмә-ҡойо эшләп ҡуйғандар. Һыу сығанағы матур итеп буралған, буялған, эргәһенә эскәмйә менән өҫтәл дә эшләнгән, ҡойо биләмәһе күркәм итеп уратып алынған. Был изге ниәтте Татарстанда йәшәгән ауылдаштары Рәмис Ғәлиев тәҡдим иткән һәм халыҡ уны дәррәү күтәреп алған. Хәҙер ҡоҙоҡ ауылға кергәндә әллә ҡайҙан күренеп, тирә-яҡҡа йәм биреп тора. Ауыл аша үткән юлсылар ҙа йыш ҡына ошонда туҡталып, һыуһындарын ҡандырып, үҙҙәре менән һыу алып, рәхмәт әйтеп китә. Краснокама районында “Атайсал” проекты сиктәрендә был йәһәттән күп изге ғәмәлдәр, эштәр башҡарыла. Район хакимиәте башлығы Алексей Горбачев был проектты тәүҙән үк иғтибар үҙәгендә тота. Краснокамала йәнтөйәгенә файҙа килтереп йәшәгән әүҙем башҡа замандаштарыбыҙ тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ. Автор фотолары һәм видеолары.