Экспозиция “Торатау” конгресс-холында ҡуйылған, ул заманса технологиялар һәм фотозоналарҙан тора. Күргәҙмәнең “Аҡыллы ҡала” өсөн тәғәйенләнгән заманса яғы ике - төбәк һәм федераль өлөштәрҙән тора. Башҡортостандың дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрының беренсе урынбаҫары Денис Слепов республиканың форумда ярайһы һанлы эшләнмәләр тәҡдим итеүе тураһында белдерҙе. Экспозиция ике – дәүләт һәм шәхси секторҙан тора. Тәүгеһе тағы ла бер нисә өлөштө үҙ эсенә ала. “Беренсеһе – Өфө ҡалаһы зонаһы, - ти Д. Слепов. – Был - беҙҙең төп стенд. Башҡортостандың баш ҡалаһы мэрия һәм ҡаланың бар хеҙмәттәре ҡулланған һанлы эшләнмәләрҙе күрһәтә. Икенсе стенд тормоштоң бар өлкәләренә тиерлек ҡағылған һанлаштырыуҙы тәҡдим итә: медицинамы ул, төҙөлөшмө, торлаҡ-коммуналь хужалыҡмы, белем биреү өлкәһеме һәм башҡалар. Был стендтар бер-береһен тулыландыра. Республикаға идара итеү үҙәгенә арналған стенд та бар”. Күргәҙмәнең икенсе, шәхси өлөшөндә республикалағы бизнес өлкәһен һанлаштырыу буйынса өлгөләрҙе ҡара