Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Форум күмәк йүгереүҙән башланды

300-ҙән артығыраҡ кеше сарала ҡатнашырға теләк белдергән. Форум тарихында беренсе тапҡыр, йүгереүселәрҙең әҙерлек кимәлен иҫәпкә алып, ике трасса әҙерләнгән: 2,5 һәм биш саҡрымлыҡ. Мәҫәлән, 10 йәшлек Луиза Кастранова хатта күп өлкәндәрҙе лә артта ҡалдырып, финиш һыҙығына тәүгеләрҙән булып килеп еткән. "Иртәнге сәғәт 6-ла йоҡонан тороу бер ҙә ҡыйын булманы. Беҙ, ғөмүмән, күп йүгерәбеҙ, шуға арыманыҡ та тиерлек", - ти ул. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфөлә IV "Аҡыллы ҡала - аҡыллы ил" халыҡ-ара форумы бара. Ул БРИКС-тың Эшлекле советы тарафынан хупланған. Форумда ҡатнашырға 50-нән артыҡ ил саҡырылған. Фото: "Башинформ".