Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Республикаға идара итеү үҙәгендә тәжрибә уртаҡлаштылар

Өфөлә, Республикаға идара итеү үҙәгендә «Цифрлы муниципалитет. Халыҡ менән кире бәйләнеш” стратегик сессия үтте Сараның модераторы – Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы, “БР идара итеү үҙәге” проекты етәксеһе Елена Прочаковская, ә төп спикерҙар – «Төбәк диалогы» ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары Вадим Никишин һәм «Аҡыллы ҡаланың цифрлы платформалары һәм ҡарарҙары» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Голубев. Сарала муниципаль идара итеү үҙәктәренә, фейктар менән эшләүгә, ҡала идара итеү платформаһына, инициативалы бюджетлауға һәм иң яҡшы тәжрибәләргә ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде. Елена Прочаковская, был сессияны киләсәктең ниндәйҙер нигеҙе тип атарға мөмкин, сөнки тормош һәр ваҡыт алға бара, ә уның менән бергә хәҙерге донъяның үҫеше лә бара, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға күрә илдә йәшәү уңайлыраҡ булһын өсөн бөтә сараларҙы ҡулланыу бик мөһим, ә был осрашыу залда йыйылыусыларға тәжрибә уртаҡлашырға һәм тыуған төбәктәренең инновацион үҫешенә яңы этәргес бирергә мөмкинлек бирә. Вадим Никишин үҙенең сығышында Башҡортостандың үҙенә тартып торған төбәк икәнен билдәләп үтте. Уның һүҙҙәренсә, башҡорт ҡунаҡсыллығы - бик оҙаҡ һөйләргә мөмкин булған айырым сәнғәт төрө. "Маҡсат – тәүҙә аҡыллы ҡала халҡы менән кире бәйләнеш нисек үҫешә алыуын күҙ алдына килтереү, ә һуңынан халыҡҡа цифрлы арауыҡта яҙған әйберҙәрен хәл итергә ярҙам иткән конкрет миҫалдарҙы килтереү. Бөгөн беҙ бында бер-беребеҙҙе тыңланыҡ. Коллегалар тәжрибә уртаҡлашты, һәм дөйөм алғанда барыһы ла юғары кимәлдә үтте», — тине «Төбәк диалогы» ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары. Сығанаҡ: resbash.ru