Ҡалаларҙы үҫтереү һәм цифрлы үҙгәртеү буйынса IV “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” халыҡ-ара форум сиктәрендә илдең йәштәр берләшмәләре вәкиле булған үҫмерҙәрҙең бизнес-идеяларын тикшереү өсөн майҙансыҡтар бүленгән. Буласаҡ эшҡыуарҙар менән диалогҡа Рәсәй бизнесының төрлө өлкәләре вәкилдәрен саҡырҙылар. Игорь, Саша һәм Андрей - эшҡыуарлыҡ берләшмәһендә тап яңы кешеләр. Асылда яңыраҡ ҡына студенттар ине, йәғни әле ментор статусына инмәгәндәр. Форумдың йәштәр аудиторияһы менән улар ышаныслы һөйләшеү үткәрҙе. Бизнесҡа нисек инеү тураһында хәтирәләр уларҙа әле иҫкермәгән. Тәүге уңыштары, уңышһыҙлыҡтар әсеһен тормош тәжрибәһе итеп алыу, иҡтисадта үҙ урыныңды булдырыу хыялын тормошҡа ашырыу юлдарын уҡыусылар менән бүлештеләр. Улар ҡатнашыусыларҙы үҙ эшен башларға рухландырҙы, һәм был юлда һикәлтәләр тураһында ла иҫкәртте. Игорь, 32 йәш, дүрт юғары белем дипломы бар: – 14 йәшемдә сайттар булдыра башланым. Студент әсәйемә бушлай, уның коллегаларына - аҡсаға. Мин ул саҡта был бизнес икәнен белмәй инем.