Дәүләт Думаһы 2023 йылда ҡабул иткән төп закондарҙы иҫкә төшөрәйек- Мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына тәү сиратта ҡабул итеү. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән ирекмәндәрҙең балаларын йәшәгән урын буйынса мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына өҫтөнлөклө тәртиптә ҡабул итәсәктәр. Шулай уҡ улар һауыҡтырыу лагерҙарына путевканы тәү сиратта ала. Ташламалар ата-әсәһе йәки опекундары махсус хәрби операция зонаһында бурысын үтәгәндә йәки яраланыу һөҙөмтәһендә һәләк булған балаларға ла ҡағыла.- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен торлаҡ менән тәьмин итеү. Махсус хәрби операция зонаһына һәм Рәсәйҙән ситкә ебәрелгән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары хеҙмәт торлағы менән элеккесә файҙаланыуын дауам итә ала. Әгәр торлаҡ ҡуртымға алынған булһа, ғаиләгә бының өсөн компенсация һаҡлана. Уның күләме хәрби званиеға, вазифаға һәм хеҙмәт итеү ваҡытына бәйле булмаясаҡ.- Хеҙмәткә кире әйләнеп ҡайтҡандар өсөн юғары пенсия һаҡланып ҡала.- Хәрби хәрәкәт ветерандарының тол ҡалған то