Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәшәү шарттарын хәстәрләп

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Төҙөлөш министры Ирек Фәйзудллин менән осрашты. Улар төбәктең төҙөлөш комплексы үҫеше һорауҙарын ҡараны, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһен тикшерҙе. Шулай уҡ һөйләшеү темаларының береһе Өфөлә уҙғарылған “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” халыҡ-ара форумын уҙғарыуға арналды. Министр һәм республика Башлығы форумдың “Уңайлы ҡала мөхите” темаһына арналған пленар ултырышында ла ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда быйыл тәүге ярты йыллыҡта 1, 57 миллион квадрат метр майҙанда торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Былтырғы күрһәткестрҙән ул 5,6 процентҡа күберәк. Фото: “Республика Башкортостан “ гәзите сайтынан.