Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ проекттар буйынса Бөтә Рәсәй конкурсын үткәрә. “Микрогранттар” конкурсына 2023 йылдың 3 авгусына тиклем 14-35 йәштәгеләрҙән ғаризалар ҡабул ителә. Еңеүсегә 100 мең һумлыҡ грант биреләсәк. Конкурста ситтән тороп ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн “Молодежь России” (https://grants.myrosmol.ru) модулендә ғариза ҡалдырырға кәрәк. 2023 йылдың октябренән 2024 йылдың сентябренә тиклем проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин. Былтыр “Микрогранттар” конкурсында Башҡортостан йәштәренең туғыҙ проекты 808 мең һумлыҡ грантҡа эйә булған. Фото: БР Йәштәр сәйәсәте буйынса эштәр комитеты.