Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү тамамлана

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында, республикала ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү тамамланыу өҫтөндә, тип белдерҙеләр. Быйыл ғына 69 муниципаль берәмектә 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Был күләмле проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса әҙерләнгән. Йыл һайын был проект ярҙамында бөтә төбәктәрҙә лә кешеләр өсөн әһәмиәтле булған йәмәғәт урындары, йәғни парктар, ял итеү урындары, төрлө майҙансыҡтар төҙөкләндерелә. Улар өсөн аҡса федераль бюджеттан бүленһә, төбәктең дә финанслау мөмкинлеге бар. Проекттың төп маҡсаты – 2030 йылға ҡала мөхитенең сифатын 1,5 тапҡырға яҡшыртыу, Рәсәйҙең төҙөк ҡалалары өлөшөн 80 процентҡа күтәреү. “Башҡортостанда барлыҡ объекттарҙа төҙөлөш-монтаж саралары 2023 йылдың апрель айында ғына башланыуға ҡарамаҫтан, подрядсылар күп муниципалитеттарҙа эштәрҙе тамамланы”, – тинеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында. Мәҫәлән, Бүздәктә район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан төҙөкләндерелеп бөттө. 2022 йылда район халҡы фәҡәт ошо биләмә өсөн тауыш бирһә, төҙөүселәр инде майҙандың иҫке плитәләрен яңы таш япмаға алмаштырып, тротуарға асфальт һалып, тышҡы яҡтыртыу ҡоролмаларын йыһазландырып, бәләкәй архитектура формалары, “Никах балдағы” арт-объекты һәм эко-сәхнә урынлаштырҙы. Благовар районының Языков ауылында Ҡәнзәфәр бей исемендәге скверҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып тора. Уҙған йылда урындағы халыҡ был объект өсөн тауыш биргәйне, быйыл инде юлдарға асфальт һалынып, яҡтыртыу ҡоролмалары, кәртәләү һәм видеокүҙәтеү ҡуйылған. Шулай уҡ Баҡалы районының Баҡалы ауылындағы “Көнбайыш” паркында ла төҙөкләндереү эштәре тамамланды. Хәбәр ителеүенсә, 2024 йылда төҙөкләндерәләсәк 123 йәмәғәт урыны быйылғы йылдың 15 апреленән 31 майына тиклем Бөтә Рәсәй электрон тауыш биреү йомғаҡтары буйынса билдәле булды ла инде. Фотолар: Башҡортостан Республикаһының рәсми порталы.